Һөйөүем доғаһы / Молитва моей любви

«Мөхәббәт – ул тормош, тормош – ул мөхәббәт» ти француз халыҡ мәҡәле. Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллинаның был китабына тупланған әҫәрҙәр тормоштан алынған миҫалдар менән был хәҡиҡәтте тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Һөйөү беҙгә төрлө ҡиәфәттә килә, тик уны күрергә һәм аңларға һәләтебеҙ бармы? Ә бит әҙәм балаһының бәхете туранан-тура шуға бәйләнгән. Беҙ иһә байлыҡ тип сабабыҙ, дан көҫәп күҙебеҙ тона, шул арала ваҡ-төйәк ығы-зығылар арҡаһында йолҡҡоланып юҡҡа сыға барған мөхәббәт ғазап эсендә тонсоға.
Нескә юмор, нәфис тойғолар, авторҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөүе менән һуғарылған образдар – был китап үҙенең иғтибарлы уҡыусыһына ысын мәғәнәһендә бәхетле мәлдәр бүләк итергә һәләтле.
- Жанр:Любовные романы
- Страницы: 285
- Возраст: 16
- Формат: mp3, fb2, epub, pdf, txt
Отзывы (0)
Вам понравилось читать онлайн книгу «Һөйөүем доғаһы / Молитва моей любви»? Уделите пару минут, что бы оставить полезный отзыв другому читателю.